НӘФСЕ
Аслыҡтан, һыуһауҙан үлергә етешкән хәйерсенең аҡтыҡ үтенесе – бер сынаяҡ һыу. Сарсауын ҡандыра алһа, бер телем икмәк менән донъяһы теүәлләнер һымаҡ уға. Әммә быныһына ла өлгәшкәс, ул: “Их, майлап ашарға ине,” – тип хыяллана башлар. Ә инде майланған икмәкте лә ҡорһағына оҙатҡас, уның нәфсеһе кәнфит-шәкәргә ынтылыр…
Эйе, кеше бер ҡасан да алдындағыһына ҡәнәғәт булмай. Һәр саҡ күберәкте уйлай һәм шул арҡала үҙ-үҙенә бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, башына тынмаҫ ауырыу таба. Ә нәфсенең сиге буламы икән? Кеше бер ваҡыт: “Бына мин, ниһайәт, теләгемә ирештем. Башҡаса бер ни ҙә кәрәкмәй!” – тип әйтә аламы?
Юҡтыр. Сөнки, ғәҙәттә, йөҙ һумы булған кеше мең һум хаҡында хыяллана. Мең һумдың хужаһы “миллион” тип баш вата… Яңыраҡ гәзиттә донъялағы иң бай миллиардерҙың интервьюһын уҡырға тура килде. Бына уның бөтә нәмәһе бар, уға бер ни ҙә кәрәкмәйҙер кеүек. Әммә ул аҡсаның һыу кеүек юғалыуына, байлығын арттырыу өсөн туҡтауһыҙ йүгерергә кәрәклегенә зарланған…
Эйе, бахыр кеше бер ҡасан да үҙен ваҡытында туҡтата белмәй шул. Ә, ғөмүмән, быға өлгәшеп буламы икән һуң? Бер аҡыл эйәһе: "Әҙәм балаһына булғаны етә" - тигән. Ғәжәйеп аҡыллы һүҙҙәр, минеңсә! Әйҙәгеҙ, бер генә минутҡа туҡтап, ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышайыҡ әле.
Һеҙҙең бөгөн ашарға ризығығыҙ, кейергә кейемегеҙ бармы? Бар ҙа ул, тиерһегеҙ. Булғас, нимә тип һеҙ кисә тирләй-бешә саптығыҙ? Ә бөгөн шул тиклем борсоулыһығыҙ? Кешегә бит бик аҙ кәрәк. Ошоно аңламаған әҙәм генә һәр саҡ борсоулы, ул ғына туҡтауһыҙ саба, башҡалар менән талаша, башы һис ҡасан хафанан сыҡмай.
Ә кешегә булғаны етә. Ошоға төшөнгәндең генә күңеле тыныс, ҡайғырырға сәбәбе юҡ. Ул ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле был донъяла…
Наил Ғәйетбай.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев