Предыдущая публикация
Кайттым тыуған ауылыма
Тышта һыуыҡ, өшөнөм.
Әллә тимен үҙ йорто бар, -
Һәр бәхетле кешенең!
Ут яҡтым, тик мөрйә тартмай,
Эй ,төтәй иҫке мейес.
Ҡоро утын шатыр-шотор
Дөрләп янырға тейеш!
Янмауҙың да сәбәбе бар:
Күптән ут якмаганмын.
Тик ҡалала көн үткәрҙем,
Ауылға кайтмаганмын.
Шиғыр яҙырға теләйем ,
Кунелгэ килмэй илһам .
Күккә бағам. Йондоҙҙарын
Сәсрәтә төнгө йыһан!
Күптән юҡ шул язышканым,
Шуға ла илһам ҡасҡан.
Тормош ауыр һынау ҡуйҙы, -
Ҡайғылар баштан ашҡан!
Йышыраҡ кайтам ауылға,
Дөрләхен әйҙә, мейес.
Мин шағирә.
Көнөн төнөн -шиғыр яҙырға тейеш!
Д ,Махмутдинова.
.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев