⚜ Сәләм таратыу. Йылмайыу. Йылы һүҙ.
"Йылы һүҙ ҙә — саҙаҡа" тигән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ (әл-Бохари).
⚜ Мәсеткә барыу.
"Мәсеткә табан яһалған һәр аҙым — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Юлдағы ҡамасауҙы алып ҡуйыу.
"Юлда ятып зыян килтергәндәй, сәнскеле нәмәне йә һөйәкте ситкә алып ҡуйыу — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Саҙаҡаны тәү сиратта үҙ ғаиләңә, һинән хәстәр өмөт иткән яҡындарыңа бир (Мөслим).
Йәғни саҙаҡа өләшеүҙе һинең яуаплылығыңда булған ғаиләңдән башлау хәйерле.
⚜ Аҙашҡанға ярҙам итеү.
"Ташландыҡ урында аҙашҡан бәндәгә дөрөҫ юл-йүнәлеш әйтеп ебәреү — саҙаҡа".
⚜ Мохтаждарға ярҙам.
"Ауыр хәлдә ҡалғандарға, кәмһетелгәндәргә ярҙам ит" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Кемделер ашатыу, туйындырыу.
"Кешеләрҙе һыйлау, шулай уҡ белгән дә, белмәгән дә кешеләр араһында сәләм таратыу", — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ саҙаҡа төрҙәре хаҡында (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Ағас ултыртыу.
"Әгәр ҙә мосолман ағас ултыртып, йә нимәлер сәсеп, уның емеше менән ҡош, кеше йәиһә йәнлек туҡлана икән, был да мәрхәмәт йөҙөнән сарыф ителгән саҙаҡа кеүек ҡабул ителә".
⚜ Ғәҙеллек яҡлы булыу.
"Ике кеше араһындағы бәхәсте ғәҙел хәл итеү — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Физик ярҙам күрһәтеү.
"Кемдеңдер йөгөн юл йөрөү малҡайына тейәп биреү ҙә — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Тыйылғандан тыйылыу.
"Рөхсәт ителмәгәндән йырағыраҡ йөрөгөҙ, был да һеҙҙән саҙаҡа булыр" (әл-Бохари, Мөслим).
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев