Тып-тын. Тирә-яҡта исмаһам исем өсөн эттә өрмәй.Ике ҡулыма бер эш тапмай ҡапҡа алдындағы эскәмейәгә сығып ултырҙым...Эш тип,эш бар инде ул!..Тик һаман шул ялҡаулыҡ еңә лә ҡуя!!! Хәйер,янып барған әллә ниҙә юҡ...Көн кискелеккә ауышҡайны инде.Шулай нишләргә белмәй ултырғанда ҡаршыма 5-6 йәштәрҙәге бер малай килеп сыҡты.Теремек кенә күҙҙәрен миңә төбәп ҡарап торҙо ла...-Ялға ҡайттығыҙмы?-тип миңә ҡулын бирҙе.Мин уның үҙен нисек тотоуына ҡарап- был малай бында хужа булып өлгөргәәән -тип уйлап ҡуйҙым...Ә үҙем был кем балаһы икән тип баш ватам...кемгәлер оҡшатып танырға маташам ...-Эйе...ялға тип яуапланым.Йәш танышым да яуапһыҙ ҡалманы...-Мин дә ауылда ял итеп ятам әле,-тине ул ололарға оҡшатырға тырышып.-Кемгә килдең?-тип һорайым...-Олатайымдарға,-ти.-Ә олатайың кем була инде?-тип һорайым мин үҙ сиратымда..-.Фәнир ҡарт,-ти теге малай.Мин саҡ көлөп ебәрмәнем,сөнки уның олатаһы минән теп-теүәл ике йәшкә кесе!..Моңһоу булып китте...Үтә ҒҮМЕР!!! -Әле олатайың өйҙәме әле?-тип һорайым.-Эйе,-ти.Нишләйҙәр?-тим .-Ҡапҡа алдында Донъя көтөп ултыралар,-ти .Дөрөҫөн генә әйткәндә малайҙың яуабы мине бер аҙ шаңҡытты бит әй!..-Ул Донъяны нисек көтөп ултырып буламы ни?-тип һорайым аптырағас.-Һы!..Донъяны ни шулай көтәһең инде!../эсенән генә НУ ТЫ ТУПОООЙ !!! /-тигән кеүегерәк еңелсә көрһөнгәдәй әйтеп ҡуйҙы.Һәм миңә аңлата ла башланы-Ошо ваҡытта көтөү ҡайта,ә олатайым оләсәйемә гел -Әйҙә ҡарсыҡ,сығып көтөү ҡаршылап, Донъя көтөп алайыҡ-тип,сығып эскәмейәгә ултыралар ҙа Донъя көтәләр,ололарса ҡыланнып башын һыпырып ҡуйҙы...Миңә баштан аяҡҡа бер күҙ йүгертте лә,- Ярай мин һыу буйына барып киләм әле-тип китеп барҙы./БӨТМӘҪ БЫНДА ҺЕҘҘЕҢ КЕҮЕК ЭШҺЕҘ ГОРОДСКОЙҘАР!../-тигән кеүек яңғыраны әйткән һүҙҙәре...Мин уның артынан һоланып ҡарап ҡалдым.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10