Предыдущая публикация
Ҡалған юлды нисек үтәйем.
Елкәләргә төшкән бурыстарҙы
Нисек итеп биреп бөтәйем.
Ғүмер бирҙең, тормош бүләк итеп,
Тик үҙеңде бирҙең гүрҙәргә.
Кәңәш һорап яндарыңа барам,
Тик яуапһыҙ ҡайтам тағыла.
Бурыстарым күптә түгел һымаҡ,
Бурыстарым ғәҙел бүленгән.
Әйтер һүҙем шиғыр юлдарында,
Ысын күңел менән әйтелгән.
Эй хоҙайым, кеше тыуғас та һин,
Ғүмерҙәрҙе ғәҙел бирмәйһең.
Берәүҙәргә бәхет, оҙон ғүмер.
Ә күптәрҙе мәхрүм итәһең.
Әсәкәйем кәңәш бирсе миңә,
Һинең йәште үтеп киткәнмен.
Күңелемдә һине иҫкә алып,
,, Көрән" китабымды тотамын.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1