Предыдущая публикация
🥀
Һәр кемгә лә оҡшап бөтөп булмай,
Кем өсөндөр бик тә яҡшымын.
Кемдәргәлер урын етмәй ерҙә,
Ҡаплайһың кеүек ҡояш ялҡынын!
Һәр кешегә ярап бөтөп булмай,
Кемдер маҡтай, кемдер һоҡлана.
Кемдәрҙеңдер йөрәктәре яна,
Һинең арттан һаман һуҡрана.
Ә Һин йәшә, үҙ көйөңә генә,
Дошман көйһөн, дуҫтар һөйөнһөн!
Һәр береһенә оҡшайым тейеп,
Ярарға һин тейеш түгелһең !!!
Хәлиҙә Әсхәдүллина.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев