Әле ҡарап ултырам.
Аҙғын әтәс Нәйрә еңгәләрҙеке ине.Һаулыҡта булһаҡ барыбыҙ ҙа, бер ҡайтҡанда уҡып та күрһәтермен әле үҙенә.
Аҙғын әтәс арҡаһында
Донъя буталып тора.
Ике күрше хужабикә
Аҫтыртын хәйлә кора.
*
Беззең күрше яҡ әтәсе
Эй,мәлгүн, матур ине.
Беҙҙең йәш әтәс ҡырында
Ул,яуыз,батыр ине.
Ҡуҡырайып килеп менә,
ҡанатын ҡаға озаҡ.
Ул беҙҙең меҫкен әтәскәй
Нисек торғандыр сыҙап.
Йыйылып китә тауыҡтар,
Күрше яҡтан,был яҡтан.
Емде ашайзар күмәкләп,
Әсәй ҡуйған һауыттан.
Әсәй шуларҙы күрзе лә,
Бик ныҡ асыуы сыҡты.
Бер -ике сыбыҡты алып
Шул көтөүгә ырғытты.
Тәү йәш әтәскә эләкте
Тауыҡтар ҡарамағас.
Шунан ҡупшы әтәскә лә
Тейҙе саталы ағас.
Аруҡ йыраҡтан бәрһә лә,
"Шап" тейҙе барып башҡа.
Ярай,йөрөмәҫ был яҡҡа
Тине әсәйем башта.
Йығылды әтәс, болғанып
Бер торай йөрөһәлә лә.
Шуны кәмит итеп ҡарап
Тауыҡтар көллөһө лә
Иҫке һарайзың аҫтынан
Күҙәтте, ни булыр ,тип.
Шәһит булдылар был эшкә,
Көттөләр был үлер тип.
Әсәй зә әйтте: "Абайһыҙ
Үлтерҙем инде әллә?
Ашаһын ине,мәсекәй,
Булыр бит хәҙер бәлә!"
Шулай тейеп, ем табагын
Өстөнә ҡаплап ҡуйзы.
Төрөп, ярға ташлармын,тип
Дегәнәк -япраҡ йыйзы.
Бәй-бәй,ни ғиллә?Бер аҙҙан
Табаҡ китте һөйрәлеп.
Салыш-солош ике тәпәй
Бара бит өҫтөрәлеп.
Шунда күрһәгез әсәйзең
Ни тиклем шатланғанын.
Тере ҡалганға был әтәс
Емдең һалды ҡалғанын.
*
Башҡа йөрөмәне ҡупшы
Был яҡтарзың ашына.
Әллә контузия алды
Ал тараклы башына.
Уның ҡарауы йәш әтәс
Үҫеп бит етте көҙгә.
Шул әтәстәрзең тарихын
Һөйләрмен тағы һеҙгә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев