Балам, бында ярлы ла юҡ, бай ҙа юҡ,
Ҡояш та юҡ, яңы тыуған ай ҙа юҡ.
Минен өсөн илама, уттар йотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Балам, бынан бер кемдең юҡ ҡайтҡаны,
Ҡайтыр юлдар һис тә эҙләп тапманым.
Мине көтөп аш-hыуыңды hыуытма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Балам, бында ҡағыҙ ҙа юҡ, ҡәләм дә,
Яҙа (а)лмайым hиңә хат та, сәләм дә.
Шулай булғас, hин миңә үпкә тотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма!
Хәйер бирhәң, киңәйер тар ҡәберем,
Ҡәберҙә артыр минең дә ҡәҙерем.
Фәрештәләр килеп белер хәлемде,
Улар уттан, hыуҙан hаҡлар тәнемде.
Хәйер бирhәң, емерелмәҫ ләхетем,
Шунан ҙуры бармы икән бәхеттең!
Ҡәбер булhа ла донъя көткәндәргә,
Ләхет – ул йәшәү йорто киткәндәргә.
Хәйер бирhәң, йомшарыр ятҡан ерем,
Яҡтырып, балҡып китер минең гүрем.
Төҫ ташламаҫ ахирәт күлдәгем дә,
Көтөп алырмын Хөкөм көндәрен дә!.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев