"Йөрәгем яҙы"
Беҙ үҫкәндә өләсәйҙең
Бар ине бер Китабы.
Өҫтә, ҡәҙерле урында
Таҙа ерҙә һаҡланды.
"Был китапта бер ялған юҡ,
Тик дөрөҫ һүҙ яҙылған.
Тарих та бар, бойороҡ та-
Һәммәбеҙгә ҡағылған.
Сауап эшләгән кешегә
Аллаһ бирер әжерен.
Гонаһ ҡылған тәкәббергә
Бирер уттың әҙерен.
Был Изге китап, балалар,
Ҡөрьән тиеп атала.
Һәр хәрефен уҡығанға
Ун изге эш яҙыла.
Ябай китап ҡына түгел,
Ә Аллаһтың һүҙҙәре.
Кем Ҡөрьәнде яратһа,
Нурлы булыр йөҙҙәре"
Шулай булды танышыуым
Ҡөрьән китабы менән.
Дингә һөйөү уятыусым,
Өләсәйем бергенәм...
Нимә харам, нимә хәләл-
Беҙгә аңлатыр ине.
Бала саҡтан доға уҡып,
Сүрә тыңлатыр ине.
Беҙгә өндәшер ине ул:
"Һеҙ ҙә доға ҡылығыҙ -
Гонаһһыҙ сабый бит һеҙ,
Ҡабул булыр доғағыҙ".
Үҙ артынан эйәртеп
"Фәтиха" ны ятлатты,
Сәй эскән һайын бөтәбеҙҙән
"Раббәнә" не уҡытты.
Хәҙер инде баҡыйлыҡҡа
Күсте күптән өләсәм...
Уның өйрәткән һабағын
Балаларға өләшәм.
Хәҙер ҡыҙым менән бергә
Ҡөрьәнде өйрәнәбеҙ.
Тәджүид ҡағиҙәләренең
Серҙәрен төшөнәбеҙ.
Йә Аллаһ, йөрәктәрҙең
Яҙы итсе Һүҙеңде!
Арыған күңелдәребеҙҙең
Ялы итсе Ҡөрьәнде!
Ҡөрьән һәм Сөннәткә ҡарап
Насип итһен йәшәргә.
Тәүхид әһелдәре булып
Баҡыйлыҡҡа күсергә🤲
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев