Предыдущая публикация
Ниңә ай һипте нурын?
Бәлки, күрмәй үҙар инем,
Һине кисен, Гөлнурым.
Нисә булдым мөхәббәттең,
Ялҡынында янғаным.
Барһы булған, барһы бушҡа,
Һине күргәс аңланым.
Бер ҡараның утҡа һалдың,
Ғашиҡ иттең үҙеңә,
Һине уйлап урам гиҙәм
Йоҡо килмәй күҙемә
Таңдар ата, кистәр була,
Тағы ай һибә нурын.
Ғашиҡтар йөрөй парлашып,
Тик мин генә ялғыҙым.
А.Раис. 15.06.20. йыл.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 40