Предыдущая публикация
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Риф Сәлишев көйө Минсәрә Суфиянова башҡарыуында.
Доғаларым ҡылам һәр көн һайын
Иҫән йөрөһөн тип балаҡайым,
Ҡабул булһын изге теләктәрем,
Ярҙамыңды бирсе Аллаҡайым..
Ауырлыҡтар уны урап үтһен,
Маҡсатына балам барып етһен,
Тулы тормош менән донъя көтһөн,
Изге доғаларым ярҙам итһен..
Уңыш булһын , балам ,эштәрендә,
Бөтмәҫ көстәр артһын йөрәгеңдә,
Ныҡ тор, балам, әйткән һүҙҙәреңдә,
Ҡыйыу атла яҙмыш үрҙәренә.
Доғаларым, изге доғаларым,
Юлдаш булһын ғәзиз балама,
Мәрхәмәтле булсы балама тип
Доғаларым ҡылам Аллама...
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев