22 йәшлек кенә яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу бик ауыр.
Илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта Руслан Нәжип улы ситтә ятып ҡала алмай, махсус хәрби операцияға доброволец булып юллана һәм үҙен көслө, рухлы ир-егет, ысын патриот итеп күрһәтә. Руслан Нәжип улы мотоуҡсылар батальонының медицина взводы командиры вазифаһында хәрби бурысын лайыҡлы үтәй.
Дәүләтселегебеҙгә, булмышыбыҙға, рухи ҡомартҡыларыбыҙға хәүеф менән янаған неонацизм, коллектив көнбайыш көстәре менән барған аяуһыҙ, әммә изге көрәштә ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә. Биргән хәрби антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала.
Хөрмәтле мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.
Хуш бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Руслан Нәжип улы! Һин ир-егеттәрҙең Ватан алдындағы иң юғары хеҙмәт бурысыңды үтәнең, батырлығың, ныҡлы рухың менән башҡорт батырын данланың. Һинең турала хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ!
Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев