Предыдущая публикация
Ҡыр ҡаҙҙары китте...Мин шул юлда!...
Тирә-яҡта – икһеҙ-сикһеҙ йыһан..
Әйтерһең лә, Ҡояш, Ай-йондоҙҙар,
Ер Шары ла – бары минең ҡулда!...
Бушлыҡ-йыһан!... Тот һин минең ҡулдан,
Саҡыр мине!,..Мин шул яҡҡа осам!...
Кыр ҡаҙҙары китте ошо юлдан,
Күҙҙәреңә ниңә йәштәр тулған?..
Минең һөйөү – йондоҙҙарҙа йөрөү,
Дингеҙҙәрҙә йөҙөү ни бары!....
Ҡош Юлынан осоу, ҡанатланыу...
Айҡап сығыу бөтә Ер-Шарын!...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев