Brachymetopus (Conimetopus) alekseevi трилобиты
Eduard V. Mychko / Zootaxa, 2019
Шаһтауҙың палеофаунаһының күп төрлөлөгөнөң сәбәбенең береһе булып иртә Пермь дәүерендә уның географик урынлашыуы булыу мөмкин. Үрҙә әйтеп кителгәнсә, ул дәүерҙә ПалеоУрал океаны Палеотетис һәм Панталассаның арктик өлөшө араһында боғаҙ булып тора. Күрәһең, ул диңгеҙ тереклеге өсөн таралыу коридоры булып торған һәм фауналарҙың ҡушылыуына булышлыҡ иткән. Быны палеозой фаунаһы ареалы тураһында хәҙерге күҙаллауҙарға тап килмәгән табыштар ҙа дәлилләй – мәҫәлән, ҡорһағаяҡлы моллюскылар Төньяҡ Америка ҡатламдары өсөн хас. Бынан тыш, Шаһтауҙа Properrinites ырыуынан булған аммонит табыла. Ул Төньяҡ Евразияла табылған Perrinitidae ғаиләһенең тәүге вәкиле (быға тиклем уны Төньяҡ Америка ҡатламдарында һәм Пермь дәүерендә Палеотетс ярын барлыҡҡа килтергән төбәктәрҙә табалар).
Эзбиз үләте
Шаһтауҙа эзбиз запасы тулыһынса 2022 йылда бөтәсәк. Индустрияға йөҙҙәрсә миллион йылды цвилизация файҙаһына ҡулланыу өсөн быуаттан кәмерәк ваҡыт кәрәк була. Бынан һуң уның территорияһы рекультивацияланырға тейеш: карьерҙың бер өлөшөндә күл буласаҡ, киртләстәренә ағастар ултыртыласаҡ.
Палеонтолог Мазаев Шаһтауҙың киләсәге икенсе төрлө булһын ине, тип теләй. Ул карьерҙа ҡалған киртләстәрҙе геологик һәйкәл сифатында ҡалдырып, уның «Торатау» геопаркының (геопарк үҙенә Торатау һәм Йөрәктау шихандарын һәм уларҙың тирә-яғын ала) иң әһәмиәтле нөктәһенә әйләндерелеүенә өмөтләнә. Шаһтау карьерында табылған бик күп ташҡа әйләнгән табыштар һаҡланған Иван Скуин исемендәге Таш музейы менән берлектә карьер, беренсенән, туристарҙы тартып тороу, икенсенән – фәнни йәмғиәт: геологтар, палеонтологтар, петрологтар өсөн мөһим «йыйылыу урыны» буласаҡ. Был хыялдар тормошҡа ашырмы – билдәһеҙ. Радий Хәбировҡа, шулай уҡ Рус география йәмғиәтенә Рәсәй Фәндәр академияһының Палеонтология институты директоры Алексей Лопатин ҡултамғаһы менән ебәрелгән хаттарға әле яуап юҡ.
Шаһтау яҙмышы нисек хәл ителгәндә лә, Башҡортостан сода етештереүселәре уға алмаш эҙләй. Тәү сиратта уларҙы ҡалған өс шихан ҡыҙыҡһындыра. Уларҙағы эзбиздең химик составы һәм физик үҙенсәлектәре Шаһтауҙа табылған эзбизде хәтерләтә. Тимәк, производствоны үҙгәртмәйенсә дауам итергә мөмкин. Бынан тыш, барлыҡ өс шихан да бер-береһенән дә, Стәрлетамаҡтағы цехтарҙан да алыҫ түгел. Был сеймал ташыуға өҫтәмә сығымдар тотонмау мөмкинлеге бирә. Башҡа сығанаҡтарҙағы эзбизгә күсеүҙе (мәҫәлән, Сибай эргәһендәге Төйәләҫ ятҡылығы, ҡуштауҙан 500 километр алыҫлыҡта) компания ҡарамай: йәнәһе, улар бик алыҫ һәм кәрәкле сифаттағы сеймал менән тәьмин итә алмай. Әйткәндәй, ҡайһы бер белгестәр, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире Исхаҡ Фәрхетдинов был белдереүҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен һәм сәбәбен бары тик производствоны модернизацияларға теләмәүҙә генә, тип иҫәпләй.
2011 йылдан башлап «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Рәсәйҙә төп аш һәм кальцийланған сода етештереүсе һәм Башҡортостандың иң эре һалым түләүселәренең береһе булған «Башҡортостан сода компанияһы»ның бер өлөшө) Торатау һәм Йөрәктауҙы эшкәртеү хоҡуғына эйә булырға тырышып ҡарай. Әммә был ике тау ҙа 1965 һәм 1985 йылдарҙа республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәре тип табыла. Бындай статус геологоразведка үткәреүҙе һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы тыя. Компания был айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларының береһенең булһа ла статусын бөтөрөүҙе юллап ҡараны. Шул уҡ ваҡытта бер ҡасан да һаҡлау статусы булмаған Ҡуштау компанияны ҡыҙыҡһындырмай: туғыҙ йыл элек уның етәкселеге магнит карбонаты ҡушылмаһы күп булғанлыҡтан тауҙың эзбизе производствоға ярамай тип раҫлай.
Торатау менән Йөрәктауҙың статустарын алырға тырышыу Башҡортостанда һәм унан ситтә ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырҙы. Был бәхәскә нөктәне ул ваҡыттағы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы – 2018 йылда ул ҡалған шихандарҙың береһе лә эшкәртелмәйәсәк, тип белдерҙе.
Әммә Стәрлетамаҡта производство өсөн сеймал наҡыҫлығы юҡҡа сыҡманы. Шуға күрә, Башҡортостанды Радий Хәбиров етәкләгәс, шихандарҙы эшкәртеү мөмкинлеге тураһындағы бәхәстәр яңынан күтәрелде. Был юлы «Башҡортостан сода компанияһы» эзбиз табыуҙы бынан бер нисә йыл элек кенә яраҡһыҙ тип иҫәпләгән Ҡуштауҙа башларға теләк белдерҙе. 2019 йылдың көҙөндә ул тейешле лицензияға эйә булды.
Август башында «Башҡортостан сода компанияһы» эшселәре Ҡуштау итәгендәге ағасарҙы ҡырҡа башланы. Артабан бында геология разведкаһы үткәрелергә һәм күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта аш һәм кальцийланған сода етештереү өсөн кәрәкле эзбиз эшкәртеүгә тотонорға тейештәр ине.
Урындағы халыҡ һәм экологик активистар ҡаршы сыҡты. Улар эштәрҙе туҡтатырға тырышты һәм Ҡуштау итәгендә палатка лагеры ҡорҙо. Компания менән активистар араһында низағ шәхси һаҡ предприятиеһы һәм полиция менән бәрелештәргә килтерҙе – уларҙы тынысландырыу өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы: ул килешеү табылғанға тиклем теләһә ниндәй эштәрҙең туҡтатылыуын вәғәҙә итте, ә 21 августа, әгәр БСК һәм урындағы халыҡ ике аҙна эсендә килешеү тапмаһа, шихан тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителәсәк, тип белдерҙе.
Шихан һаҡсылары тауҙы юҡҡа сығарыу ҡиммәтле экосистеманы һәм һирәк төрҙәр популяцияһын юғалтыуға килтерәсәк, йылғаларҙы бысратасаҡ һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһын Шаһтау карьерынан туҙан туҙҙырған елдәрҙән һаҡламаясаҡ, тип раҫлай. Бынан тыш, урындағы халыҡ яратҡан ял итеү урындарының береһен юғалтҡыһы килмәй. Тағы бер проблема бар: Ҡуштауҙағы сеймал запасы мәңгелек түгел, улар 50-70 йылға ғына етәсәк. Унан һуң, сират икенсе шиханға етергә тейеш.
Әлеге мәлдә Ҡуштауға бәйле хәл-торош туҡталып тора. Һуңғы ваҡиғалар буйынса фекер йөрөткәндә, үлсәүҙең ауыр яғы шиханды һаҡлаусылар яғына тарта – әммә был тарихҡа нөктә ҡуйырға иртә әле. Әгәр Ҡуштау һаҡланыусы территория статусын алһа, 300 миллион йыл йәшәгән был боронғо рифтың кешелек дәүерендә лә йәшәү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Ер өҫтөнә сығарылған палеозой рифтары донъяның башҡа өлөшөндә лә, мәҫәлән, Европала һәм АҠШ-та бар. Әммә Рәсәйҙәге Стәрлетамаҡ шихандарының аналогы юҡ. Шаһтауҙы сәнәғәт эшкәртеүе палеонтологтарға ошо эзбиз тауҙарының тарихын һәм Пангеяның барлыҡҡа килеүенең һуңғы этаптарын реконструкциялау өсөн етерлек мәғлүмәт бирҙе. Ҡалғандарын емереү яңы асыштарға килтереүе лә ихтимал, әммә улар Пермь дәүере рифтары тураһында күҙаллауҙарҙы тамырынан үҙгәртеүе икеле. Стәрлетамаҡтан алыҫ булмаған икенсе «ваҡыт ҡапҡаһы» ла шунда уҡ – трилобиттар үҙенең быуатын йәшәгән ПалеоУрал океаны төбөнә алып барасаҡ.
Сергей Коленов (Сергея Кузнецов ҡатнашлығында)
Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова тәржемәһе
Нет комментариев