Яҡты донъяға берәү ҙә мәңгелеккә килмәй. Мәңгелек менән сағыштырғанда күҙ асып йомған ара ғына. Ҡужанаҡ ауылында тағы бер юғалтыу..... . Жаль... Жаль, когда уходят люди.... ОДНОСЕЛЬЧАНЕ.... Сегодня мы простились с Ашировым Салават агай....Йөрәкте уртаға телеп үтерҙәй тағы бер ҡайғылы хәбәр килеп етте. Рәми Ғарипов һүҙҙәре менән әйткәндә:
Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк,
Һанаулы шул йөрәк тибеше.
Оҙаҡ тормай фани был донъяла,
Китә кеше, ҡала тик эше.
Кисә генә, ябай,ярҙамсыл, шаян булыуы менән яҡындарының кәйефен
күтәргән, тормоштоң һәр көнөнән йәм табып, бар булмышы менән туғандарын ҡыуандырып йәшәгән ауылдашыбыҙ , Әширов Салауат ағай , әсәһен, тормош иптәшен, балаларын,яҡындарын, ауылдаштарын, иптәштәрен ауыр ҡайғыға һалып, беҙҙең аранан мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күсте…
Эйе, был тынғыһыҙ тормошта яҡын һәм ҡәҙерле кешеңде юғалтыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ икән ул.Быға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе тапҡыр ғына инанырға тура килмәй. Салауат ағайҙың яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ.... Ауыр юғалтыу..... Бындай юғалтыуҙы күргәндәргә түҙемлек бирһен ХОҘАЙ, күрмәгәндәргә күрергә яҙмаһын....
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
.Просто не верится.............. Это страшно,когда теряешь близких.Одна надежда,что все ,кто покинул наш земной мир,смотрят на нас с небес. Вечная память! Выражаем соболезнования родным и близким!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 26