Ауылыбыҙҙа күк йөҙөн ярып тағы ла ҡара хәбәр таралды. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы килде. 30 ғинуар көнө . Тоҡомбәтов Хайбулла ағайҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ауыл тағын бушап ҡалды...... Күктәге йондоҙҙар нисек атыла – кеше ғүмерҙәре лә шулай...тыуа... йәшәй... мәңгелеккә күсә...
Урындарың оҗмах түрҙәрендә булһа ине, Хайбулла ағай!!!
Хөрмәтле Тоҡомбәтовтар ғаиләһе!
Беҙ һеҙҙең йортортоғоҙға килгән оло ҡайғығыҙ менән уртаҡлашабыҙ . Хайбулла ағайҙың ятҡан гүрҙәре киң, яҡты, иман нурлы булып;урындары ожмах түрҙәрен дә булһын!!!! Амин!!! Хайбулла ағай, ауылдаштары хәтерендә йор һүҙле, иҙге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусан булып һаҡланыр. Мәрхүмдең ҡатынына, ҡыҙҙарына, улына, ейәнсәр – ейәндәренә АЛЛАҺ түҙемлек, сабырлыҡ бирһен инде!!!! Амин!!!!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 15