https://ok.ru/timerkhan/pphotos/812386909539 ошонда
Был фотоны интернетҡа Айҙар Әғъмәл улы Ғәлләмов ҡуйған.
Мин Миңлеғәлибаш
23-сө ноябрь 2015 йыл.
Тыуған йортом-мәктәбем.
[03.11. 2018 ] Мин Миңлеғәлибаш:
Мин ошо мәктәптә тыуғанмын. Вәраҡыя ҡартыйым мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән саҡта ундағы бер бүлмәлә йәшәгән. Атайым менән әсәйем Свердловскийҙан күсеп ҡайтҡанда әсәйем ауырлы булған һәм оләсәйем уны үҙ янына алған, Кубиязда өй һатып алғансы. Ҡартыйым йәшәгән һәм мин тыуған бүлмә фотола алғы пландағы мөйөшкә диагональ ине, беренсе ҡатта. Ә уның өҫтөндәге бүлмә уҡытыусылар бүлмәһе булды. Минең, мәктәптә уҡый башлағанға тиклемге бала сағым да күбеһенсә мәктәптә үтте. Беренсе дәфтәр менән ҡәләмде миңә Зәйләмова Хөснинур апайҙың биргәнен хәтерләйем. Береһе ҡыҙыл, береһе зәңгәр ҡәләмдәр ине улар. Был Кубияз ауылының башланғыс класстар мәктәбе булды. Мин уҡый башлаған йылды, 1964-се йылда, ней өсөндөр оләсәйем эштән китеп пенсияға сыҡты һәм бер нисә йыл үҙенең һеңелеһе Гөлсөм әбей өйөндә йәшәне. Ә 1969 йылда атайым уның өсөн айырым өй төҙөнө үҙебеҙҙең өй ихатаһында. Беҙҙең класс тәҙрәләре фотола икенсе ҡатта уң яҡтағы өс тәҙрә, урамға ҡарай. Ә нарат ағасы үҫкән яҡта тағы ла өс тәҙрә ине. Ағастан уң яҡта интернат бинаһы була торған ине. Унда Күшкүл, Әүәдәй, Үтәш, Маталы ауылдарынан килеп уҡыған балалар йәшәй ине.
Фрида Фахритдинова 3-се ноябрь 2018 йыл:
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, Миңлҽғәлибаш! Мәктәп тҽрҽмҽ?
[04.11.2018] Мин Миңлеғәлибаш: ответил Фриде
Юҡ, күп йылдар элек уны һүтеп урынына балалар баҡсаһы эшләгәндәр
[28.12.2014 17:19] Мин Миңлеғәлибаш:
Сәләм, Айдар! Бәлки һиндә Кубияздағы ике ҡатлы мәктәп бинаһының фотолары тағы ла барҙыр. Төрлө ракурстан булһа ла насар булмаҫ ине. Минең өсөн бик ҡәҙерле, бик иҫтәлекле бина ул. Мин унда тыуған, шунда бала сағым уҙған берҙән-бер кубиязлымын. Әғъмәл абый фотоға төшөрә торған ине. Бәлки ҡайһы ла булһа Ғәлләмовтарҙа барҙыр фотолар?!.
[28.12.2014 17:41] Айдар Галлямов:
Исэнме Тимерхан абый! У меня одна только фотография, надо в деревне альбомы посмотреть. У Юлая или Миляуша апада может быть. В деревне сейчас старший брат с женой живёт. Альберт и Рализа. Попробуй у них у всех спросить.
[28.12.2014 21:10] Мин Миңлеғәлибаш:
Рәхмәт,Айдар!!!

[05.04.2021 23:14] Айдар Галлямов:
Тагын бер фото табылды,сез сораган идегез.Ничэнче ел икэнен белмим,мин бэлэкэй булган наверно,безнен тубэдэ шифер юк бугай,начар куренэ.
Комментарии 1