⭕ «Авангард» заводындағы хәлдән зыян күреүселәргә ярҙам итәсәктәр. Стәрлетамаҡта цех шартлағанда һәләк булған өс хеҙмәткәрҙең ғаиләләре матди ярҙам аласаҡ. Әле дауаханала булған биш кешенең хәле тотороҡло.
🏘️ Башҡортостандың урындағы хакимиәттәре — иң яҡшылар рәтендә. Рәсәйҙә 2024 йылғы иң файҙалы муниципаль практикалар конкурсы һөҙөмтөләре иғлан ителде. Бишбүләк районының Каменск ауыл советы, Әбйәлил районының Ташбулат ауыл советы, Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәттәренең ғәмәли алымдары юғары баһаға лайыҡ булды.
Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Мәләүез райондары иген культураларын урыу буйынса лидерҙар исемлеген етәкләй. Ойошмалар буйынса ла рейтинг төҙөлгән: «Урожай», «Таврос» предприятиелары, «Үҙәк» МТС-ы был исемлектә иң юғары баҫҡыстарҙа. «Үҙәк» машина-технология станцияһы бер-нисә йыл элек кенә банкрот хәлендә тиерлек булһа, быйыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
🌻 Республикала май культураларының уңышы тарихи рекорд ҡуясаҡ, тип көтөлә. Фаразлауҙар буйынса, Башҡортостанда миллион тонна көнбағыш, рапс, гәрсис, соя урасаҡтар.
🚜 Йыл башынан алып һанағанда, Башҡортостан аграрийҙары 9 миллиардтан ашыу һумға 1 546 берәмек яңы техника һатып алған.
🩺 «Сәләмәтлек поездары» 175 мең кешене ҡабул иткән. Кардиолог, офтальмолог, акушер-гинеколог, уролог, онколог, терапевт, невролог, стоматолог һәм хирургтарҙан торған күсмә медицина бригадалары республиканың 356 ауылында булған. Һөҙөмтәлә 23 мең кешелә хәүефле сирҙәр билгеләре табылған, улар ентекле тикшереүгә оҙатылған.
🌳 «Йәшел Башҡортостан» экологик өмәһенә 36 мең кеше ҡушылған, 5 мең ярым ағас, 70 мең йәш үҫенте ултыртылған.
🪖 Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандарҙың 76 проценты яңы эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итәсәк. Хөкүмәт органдарына 2 634 ветеран мөрәжәғәт иткән, 2012 яугир эшкә урынлашҡан. 222 ойошма һалдаттарға эш урындарын тәҡдим итергә әҙерлек белдергән.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев