Радий Хәбиров «Башкиравтодор» ойошмаһының бөгөнгө хәленә асыҡлыҡ индерҙе. Ойошма рейдер һөжүменә дусар булған. Предприятие эше ауыр осорҙан һуң быйыл тотороҡлана, һәм ул килем килтерә башлай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың Арбитраж суды ҡарары менән, уны банкротлау башлана. Был ҡарар аҙағына тиклем тормошҡа ашырылһа, төбәк юл системаһын хеҙмәтләндереүсе төп ойошма юҡҡа сығыр, ә 5 мең кеше эшһеҙ ҡалыр ине.
«Прокуратураға рәхмәт, улар был осраҡта беҙҙең яҡлы булды, шулай уҡ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына рәхмәт. <…> Һөжүмде туҡтаттыҡ. Беҙ ойошманы бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ. Ул эшләйәсәк. Транспорт министрлығына, Хөкүмәт аппаратына рәхмәт, барыһын да тейешле кимәлдә атҡарҙыҡ. <…> Муниципалитеттар башлыҡтарына һәм райондарҙың юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары етәкселәренә өндәшәм: коллективта йыйылыштар үткәрегеҙ. Тыныс эшләйбеҙ һәм артабан барабыҙ», — тип йомғаҡланы республика Башлығы.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев