Төп темалар:
🎖️ Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдиновҡа Шайморатов ордены тапшырҙы. Генерал-майор Риф Сәхәбетдинов – байтаҡ хәрби операцияларҙа ҡатнашыусы, Санкт-Петербург хәрби комиссариатының инспекторҙар төркөмөндә хеҙмәт итә.
🏗️ Өфө эргәһендә, Ҡариҙел йылғаһының һул ярында коммуналь инфраструктура төҙөү 2026 йылда башлана. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға федераль бюджеттан 13 миллиард ярым һум бүленгән. Тәүге этапта һыу коммуникациялары һалына. Аҙаҡ 6 миллион квадрат метр торлаҡ, йәғни яңы ҡала ҡалҡып сығасаҡ.
🏘️ Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы аша финанслауға 734 проект һайланған. Һайлау этабында Башҡортостандың барлыҡ райондары ҡатнашҡан, бөтәһе 1003 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Муниципаль проекттарға булышлыҡ итеү өсөн яҡынса миллиард һум йүнәлтәсәктәр. Был суммаға республика ҡаҙнаһынан 700 миллион һум, урындағы бюджеттар, спонсорҙар аҡсаһы ингән.
👨🏻💻 Башҡортостанда IT өлкәһендә эшләүселәр һаны 10 тапҡырға артҡан. 2020 йылда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә республика буйынса 596 кеше эшләһә, әле ул һан 5 меңдән ашыу.
🩺 Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһына был аҙнала йомғаҡ яһала. «Сәләмәтлек поездары» апрель айынан 332 тораҡ пунктында булған, 163 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Барлығы 4 меңдән ашыу ауырыу осрағы теркәлгән, улар араһында – яман шеш, туберкулез, шәкәр диабеты.
🌾 Республика баҫыуҙарында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың 50 проценты урылған. Уңыш буйынса Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ хужалыҡтары алда бара.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев