Беҙгә, журналистарға, йыш ҡына гәзит уҡыусыларыбыҙға төрлө ярҙам күрһәтергә тура килә. Юрист та булабыҙ ҡайһы ваҡыт, психолог та. Ҡайһы берәүҙәре ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итеүҙе үтенә, икенселәре һеҙгә ҡыҙыҡлы тема булыр тип, үҙе тарыған ғәжәп ваҡиға, әкәмәт хәл тураһында бәйән итеп, шул уҡ ваҡытта проблема күтәрә, ҡайғы-хәсрәте менән уртаҡлаша. Өсөнсөләр редакцияға күңелен бушатырға килә. Билдәле инде, күптәр ғәҙеллек, дөрөҫлөк эҙләп мөрәжәғәт итә. Улар йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә ҡағыла. Кемдер ғаилә, күрше, хеҙмәттәштәре мөнәсәбәттәрендә хәҡиҡәт эҙләй, икенселәр власть эшмәкәрләге, ҡабул ителгән закондарҙың кешелек ҡанундарына тура килмәүе менән риза түгел. Телефондан да шылтыраталар, хат менән дә мөрәжәғәт итәләр.
Дауамы һылтанма аша 👉 https://kungak.ru/news/y-m-i-t/2025-08-14/b-lesh-auy-4348336
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1