Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
«Урал беҙҙең ведомствола стажировка үтә, ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса ағымдағы бурыстарҙы хәл итеүгә әүҙем ҡушылды. Ббиреү сертификаттары — МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә иң популяр ярҙам сараларының береһе. Әле беҙ 800-ҙән ашыу сертификат тапшырҙыҡ», — тип билдәләне Ленара Иванова.
Урал Әхмәров МХО биләмәһендә М.Шайморатов исемендәге батальон составында хеҙмәт иткән. Яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Хәҙер «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша. Ветеран үҙенең остазы, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкселегендә социаль эште үҙләштерә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1