Үҙҙәрен ныҡ яратҡан ирҙәрҙе күргәнегеҙ бармы? Миңә ҡалһа, һуңғы осорҙа шундайҙары ғына осратам. Яңыраҡ ғаилә дуҫтары тол ир менән таныштырҙы. “Ҡатыным үлеп әрәм булды, бигерәк яҡшы ине”, - тип һүҙ башланы аулаҡ ҡалғанда. Заманында түрә булып эшләгән көслө зат яҡынын юғалтыуҙы ауыр кисергән.
“Ҡатыным минең өсөн үлә яҙып тора ине. Юҡ-юҡ та ҡалала уҙғарылған сарала “төшөрөп” ҡайтырға тура килгеләне. “Һыу...” тип ыңғырашам, бер заман төн уртаһында тамағым кибеп, сарсап, саҡ телде әйләндереп. “Хәҙер!” -Карауат ситендә генә ятҡан йәнкәйем күбәләктәй осоп һыулы стакан тотоп килеп етә. “Ни эшләп йылы һыу килтерәһең миңә?” - тимен ризаһыҙ тауыш менән. “Хәҙер!” тине лә елдереп һыуҙы алмаштырып килтерҙе. “Ни эшләп быныһы ныҡ һыуыҡ, теште ҡамаштыра?” - тимен. “Хәҙер!” тип ҡабаттан кухняға оса йәнкәйем бармаҡ остарында ғына...
Йәл, ныҡ һағынам уны, йәшләй генә китеп барҙы...” - Олпат йәштәге ир ауыр көрһөнөп торғандан һуң, өмөтлө ҡарашын миңә төбәй.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев