2021 йылдың 1-се ярты йыллыҡҡа подписка кампанияһы башланды. Быйыл республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүен иҫтә тотоп, “Һәр йортҡа – туған телдә баҫма” акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.
Почта аша
2-14-03 телефоны буйынса өйгә почтальонды саҡыртып, гәзиткә яҙылырға мөмкин.
Интернет аша
Шулай уҡ өйҙән «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә интернет аша электрон йәки баҫма версияларына яҙылырға мөмкин. Бының өсөн беҙҙең сайт менюһында “Яҙылырға” төймәһенә баҫабыҙ йәки https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1126/ сайтына инәбеҙ. Артабан баҫма версияһын һайлағанда, почта бүлексәһенең индексын йыйырға кәрәк була (мәҫәлән, аҡъярҙар өсөн – 453800).
Редакцияла
Аҡъярҙа йәшәүселәр редакцияның 1-се ҡатында йәки 2-15-62 телефоны буйынса шылтыратып, өйгә ирекмәнде саҡыртып, гәзиткә яҙыла ала. Подписка хаҡы – 780 һум, редакцияның үҙенән килеп алыусыларға – 600 һум.
Яҙылыу квитанцияларын редакцияға алып килгәндәр өсөн йылдағыса приздар уйнатабыҙ. Даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ. Квитанциялар күсермәләрен редакцияла 1-се ҡатта ҡуйылған махсус йәшниккә төшөрөүегеҙ һорала.
Ололарҙы, ата-әсәләрҙе хәстәрләп, уларҙың яратҡан баҫмаһы «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә яҙылырға ярҙам итеп йәки подписка бүләк итеп, туған телде һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Белешмәләр өсөн телефон:2-15-62, 2-14-98.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев