🌀 Тормош ҡурайһыҙ бейетә.
🌀 Талантты талап алып булмай.
🌀 Ярҙамсыл кешенең дә ярҙамға мохтаж сағы була.
🌀 Күп күргәнде күрә алмайҙар.
🌀 Ялҡауҙың йөгөн тартышһаң, йөгөнә менеп ултырыр.
🌀 Түрәһенең теше һыҙлай, ялағай ыңғыраша.
🌀 Ҡабалан эшләнгән эш ҡабаттан эшләнелә.
🌀 Телдең оҙонлоғо аҡыл ҡыҫҡалығынан.
🌀 Өй түбәһе тишек булһа, ямғыр йышыраҡ яуа.
🌀 Энә үҙ өсөн текмәй.
🌀 Ғәйбәттең һәйбәте булмай.
🌀 Шахматта иң ҡурҡыныс фигура - ферзгә әүерелгән пешка.
🌀 Ҡояш ҡына бул, тирә-яғыңда әйләнеүселәр табылыр.
🌀 Оҫта алдаҡсы дөрөҫлөккә таяна.
🌀 Дуҫлыҡ менән дошманлыҡ араһы бер артыҡ һүҙ.
🌀 Ныҡ күтәрелгән танау күҙҙе ҡаплай.
🌀 Аҡыллы хужа этенә ҡушылып өрмәҫ.
🌀 Төймә кәрәклеге ул өҙөлгәс кенә беленә.
🌀 Төпкә егелгән ат сыбыртҡыға яҡыныраҡ.
🌀 Тел менән эшләгәндең ҡулы ял итә.
🌀 Алға һикереү өсөн, бер аҙ артҡа сигенһәң дә була.
🌀 Аҡыл тәрәнлеге һаҡал оҙонлоғо менән үлсәнмәй.
🌀 Ҡараңғыла күләгә булмай.
🌀 Һөйөү тойғоһонан мәхрүм генә күптәрҙе һөйә ала.
🌀 Иң алама ел - башта иҫкән ел.
Ғәбит САДИҠОВ.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев