(Башҡортостан башлығы вазифаһы кандидатына һайлаусылар наказы)
Сәләм, энем! Хаттар яҙа һиңә
Юрматыла үҫкән бер сәсән,
Мин оло ҡатын-ҡыҙ, уҡы хатты
Яҙған кеүек һиңә үҙ әсәң.
Башҡортостанға һин эшкә ҡайтҡас
Яҡташтарың бик ныҡ һөйөндөк,
Яҡшы эштәр, ғәмәлдәрең күреп
Өмөт, шатлыҡтарға төрөндөк.
Фәтихәләр биреп ҡаршыланыҡ
Үҙең тыуған Башҡорт илендә,
Ныҡлы, хәстәрлекле хужа булып
Эш башланың тыуған ереңдә.
Башҡорт халҡы менән бергәләшеп
Тора тауҙы һаҡлап ҡалдың һин,
Аждаһа инде йотам тигәндә
Ауыҙынан тартып алдың һин.
Тик әлеге көндә Ҡуш тауына
Күсте Ғазраилдең янауы,
Һинең алда , энем, Аллаһының
Ерҙә һиңә ҡуйған һынауы.
Яҙһын, Радий энем, был һынауҙы
Һынатмай уңышлы уҙырға,
Тора тауҙы һаҡлап ҡалған кеүек
Ҡуш тауҙы ла яҡлап ҡалырға.
Был хатымда яҙылғандар булыр
Һайлау алды - Халыҡ наказы,
Халҡың ышанысын аҡла, энем,
Борсоһа ла яттар заказы.
Икенсе наказы халҡыбыҙҙың -
Ауылдарҙа эштәр асырға,
Себер тиеп сапҡан башҡорттарҙы
Тыуған яҡҡа йыйып алырға.
Ер эштәрен, күмәкләп эшләүҙе
Юлын табып яйға һалырға,
Ябылған мәктәп ишектәренең
Йоҙаҡтарын ҡабат асырға.
Һәм өсөнсө накз - Дәүләт теле-
Башҡорт теле көтә яҡлауҙы,
Дәүләт теле булып Үҙ илендә
Тулы үҙ хоҡуғын яулауҙы.
Бәләкәстәр йөрөгән баҡсаларҙа
Өйрәнелһен ине ошо тел,
Башҡортостан тигән гүзәл илдә
Гөрләп үҫәр ине ике гөл!
Рәсәй менән беҙ мәңгегә дуҫбыҙ,
Йәшәрбеҙ бергә гел килешеп,
Башҡортостанға һәм Рәсәйгә лә
Яҡты нур балҡышы өләшеп.
Һау бул, энем, хатты тамам итәм..
Яҙҙым уны шиғри тел менән,
Телебеҙҙе һаҡлау Аллаһынан
Беҙгә бурыс итеп бирелгән.
Ышанабыҙ Юрматы улына
Халыҡ ышанысын аҡларһың,
Баш етәксе булып тыуған ерҙә
Халҡың менән бергә атларһың.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ, халыҡ сәсәне,
Ғафури районы Родина - Ватан ауылы
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1
(Башҡортостан башлығы вазифаһы кандидатына һайлаусылар наказы)
Сәләм, энем! Хаттар яҙа һиңә
Юрматыла үҫкән бер сәсән,
Мин оло ҡатын-ҡыҙ, уҡы хатты
Яҙған кеүек һиңә үҙ әсәң.
Башҡортостанға һин эшкә ҡайтҡас
Яҡташтарың бик ныҡ һөйөндөк,
Яҡшы эштәр, ғәмәлдәрең күреп
Өмөт, шатлыҡтарға төрөндөк.
Фәтихәләр биреп ҡаршыланыҡ
Үҙең тыуған Башҡорт илендә,
Ныҡлы, хәстәрлекле хужа булып
Эш башланың тыуған ереңдә.
Башҡорт халҡы менән бергәләшеп
Тора тауҙы һаҡлап ҡалдың һин,
Аждаһа инде йотам тигәндә
Ауыҙынан тартып алдың һин.
Тик әлеге көндә Ҡуш тауына
<s sbfay...ЕщёРАДИЙ ХӘБИРОВҠА АСЫҠ ХАТ
(Башҡортостан башлығы вазифаһы кандидатына һайлаусылар наказы)
Сәләм, энем! Хаттар яҙа һиңә
Юрматыла үҫкән бер сәсән,
Мин оло ҡатын-ҡыҙ, уҡы хатты
Яҙған кеүек һиңә үҙ әсәң.
Башҡортостанға һин эшкә ҡайтҡас
Яҡташтарың бик ныҡ һөйөндөк,
Яҡшы эштәр, ғәмәлдәрең күреп
Өмөт, шатлыҡтарға төрөндөк.
Фәтихәләр биреп ҡаршыланыҡ
Үҙең тыуған Башҡорт илендә,
Ныҡлы, хәстәрлекле хужа булып
Эш башланың тыуған ереңдә.
Башҡорт халҡы менән бергәләшеп
Тора тауҙы һаҡлап ҡалдың һин,
Аждаһа инде йотам тигәндә
Ауыҙынан тартып алдың һин.
Тик әлеге көндә Ҡуш тауына
Күсте Ғазраилдең янауы,
Һинең алда , энем, Аллаһының
Ерҙә һиңә ҡуйған һынауы.
Яҙһын, Радий энем, был һынауҙы
Һынатмай уңышлы уҙырға,
Тора тауҙы һаҡлап ҡалған кеүек
Ҡуш тауҙы ла яҡлап ҡалырға.
Был хатымда яҙылғандар булыр
Һайлау алды - Халыҡ наказы,
Халҡың ышанысын аҡла, энем,
Борсоһа ла яттар заказы.
Икенсе наказы халҡыбыҙҙың -
Ауылдарҙа эштәр асырға,
Себер тиеп сапҡан башҡорттарҙы
Тыуған яҡҡа йыйып алырға.
Ер эштәрен, күмәкләп эшләүҙе
Юлын табып яйға һалырға,
Ябылған мәктәп ишектәренең
Йоҙаҡтарын ҡабат асырға.
Һәм өсөнсө накз - Дәүләт теле-
Башҡорт теле көтә яҡлауҙы,
Дәүләт теле булып Үҙ илендә
Тулы үҙ хоҡуғын яулауҙы.
Бәләкәстәр йөрөгән баҡсаларҙа
Өйрәнелһен ине ошо тел,
Башҡортостан тигән гүзәл илдә
Гөрләп үҫәр ине ике гөл!
Рәсәй менән беҙ мәңгегә дуҫбыҙ,
Йәшәрбеҙ бергә гел килешеп,
Башҡортостанға һәм Рәсәйгә лә
Яҡты нур балҡышы өләшеп.
Һау бул, энем, хатты тамам итәм..
Яҙҙым уны шиғри тел менән,
Телебеҙҙе һаҡлау Аллаһынан
Беҙгә бурыс итеп бирелгән.
Ышанабыҙ Юрматы улына
Халыҡ ышанысын аҡларһың,
Баш етәксе булып тыуған ерҙә
Халҡың менән бергә атларһың.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ, халыҡ сәсәне,
Ғафури районы Родина - Ватан ауылы