Предыдущая публикация
Ҡыш менән көҙ.
Баҫалҡы ҡыш тағы еңелде.
Бурандарын, аҡ ҡарҙарын алып,
Күпмегәлер артҡа сигенде.
Эй, мыжыҡ көҙ!
Ҡасан ташларһың һин
Илап еңә торған ғәҙәтте?
Бөтмәҫ һытыҡ йөҙөң, ямғырҙарың,
Былай ҙа бит инде йөҙәтте!
Күңелдәргә ап - аҡ хистәр өҫтәп,
Ятҡайны бит инде аҡ ҡарҙар...
Көҙ юшҡынын ҡыуып йөрәктәрҙән
Уйнай ине тәүге бурандар...
Тағы йән - яҡ еүеш һәм томанлы,
Тағы бөтмәҫ ҡара болоттар...
Тәбиғәт тә еңмеш кеше кеүек, -
Биҙерәтә торған мәле бар.
Сәкинә Тотманова
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев