📄2022 йылдың 1 декабренән бала табыу сертификаттары электрон төрҙә бирелә. Сертификат йөклө ҡатындың медицина ойошмаһына тәүгә мөрәжәғәт иткән көнөндә төҙөлә. Документ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында бирелә.
➡️Уның өс талоны бар: береһе йөклө ҡатынды сифатлы алып барыу буйынса консультация үткәреүгә, икенсеһе — бала табыу йортона, өсөнсөһө — баланы профилактик тикшереүгә.
Ни өсөн был сертификаттар медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә?
🏥Медицина ойошмаларына талон алған ҡатындарҙың тап уларға мөрәжәғәт итеүе мөһим. Был – ҡорамалдарҙы яңыртырға, дарыуҙар тәьминәтен яҡшыртырға һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырырға мөмкинлек биргән өҫтәмә финанс саралары.
👩🏻⚕️ТШулай итеп, бала табыу сертификаттары акушерлыҡ хеҙмәтен яҡшы дауалау, пациенттар менән әҙәпле аралашыуға дәртләндерә.
Был документты ҡайҙан алырға? Сертификатты күҙәтеүгә алынған ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында алырға мөмкин.
📞 8 (347) 215 14 14 – тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линия
📞 8 (347) 211 93 12 – тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефоны


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев