Роспатент Башҡортостандың Учалы районында сығарылған Мансур гранитын теркәгән. Был хаҡта Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
Мансур граниты — Башҡортостандың «географик күрһәтмә» статусына эйә булған тәүге төбәк бренды, тип билдәләне сенатор. Әлегә тиклем республикала «тауар сығарылған урындың атамаһы» сифатында алты бренд теркәлгәйне. Улар — Башҡорт балы, Ҡурайы, Бөрйәндең солоҡ балы, Асы, Ҡорғаҙаҡ һәм Йоматау минераль һыуҙары.
Белешмә
Мансур ятҡылығы граниттары аҡһыл һоро төҫтә, бер төрлө эре бөртөклө, ярыҡтары аҙ, декоратив, ныҡлығы юғары һәм һыуыҡҡа сыҙамлы. Барлыҡ төр төҙөлөш эштәрендә ҡулланыла.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев