Дәүләкән ҡалаһынан Сәлих Аҙнағолов «Арсенал» транспорт компанияһында водитель булып эшләгән. Ошо йылдың сентябрендә ир мобилизациялана, Ҡазанға хәрби әҙерлек урынына ебәрелә. Ҡатыны Анна балаларына пособие юлларға уйлай, ирле-ҡатынлы ике бала тәрбиәләй. Етмәһә, уларҙың береһе даими ауырый. Әммә асыҡланыуынса, Сәлих бер ниндәй ҙә ғариза яҙмаһа ла, уны эштән ебәргәндәр.
❗ Компания етәкселеге ир исеменән ғариза яҙып уны эштән ебәргән. Анна әйтеүенсә, компания хеҙмәткәрҙәре Сәлих урынына ҡул ҡуйған. Ҡатын быны асыҡлағандан һуң ойошманы судҡа бирә.
«Дәүләкәндә ундай осраҡтар бөтөнләй булманы. Башҡа ойошмалар мобилизацияланғандарға ярҙам итә, ә бында, киреһенсә. Суд үтте, сентябргә эш хаҡы ла түләнмәгәйне», — ти ҡатын.
Дәүләкән районы суды мобилизацияланған хеҙмәткәрҙе эштән ебәреүҙе законһыҙ тип таныған. Сәлих үҙ вазифаһында тергеҙелә, уға сентябрь өсөн эш хаҡы һәм әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләнә.
«Арсенал» компанияһы етәкселеге быға ҡарата фекерен белдереүҙән баш тартты.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев