Башҡорт теле – быуындарҙы быуындарға, тарихты бөгөнгөгә, бөгөндө киләсәккә бәйләп тороусы еп ул.
«Башҡорт теле көнө»нөң билдәле шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килеүе лә осраҡлы түгел. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған аҡыл эйәһенең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланған байрам башҡорт телен үҫтереүгә, таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар менән республиканың һәр белем биреү ойошмаһында дауам итте.
Туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә хөрмәт менән ҡараған, күренекле шәхестәребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡ булған быуын тәрбиәләү – мәғариф системаһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Телдең таҙалығын, нескәлеген һаҡлау, уны уҡытыуҙың сифатын үҫтереү, яңы методикалар булдырыу, заманса технологиялар ҡулланып белем биреү өлкәһендә Мәғариф һәм фән министрлығы төплө эш алып бара һәм киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуя.
Хөрмәтле ватандаштар! Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым! Тел йәшәһен, сәскә атһын!
#ГодПедагогаНаставника #ГПН_2023 #МинобрнаукиБашкортостана #Минпросвещения
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев