Әсәйебеҙ ғүмере буйы китапханала эшләне. Нәғимә апайым ауыл мәктәбен тамамлағас, ҡалаға уҡырға китте. Шул ваҡытта әсәйем: “Балам, икегеҙҙе берсә уҡыта алмам инде. Апайың уҡып сыҡҡансы минең янда торорһоң,” - тигәйне ауыр көрһөнөп.
Уның кәңәшен тотоп, китапханала иҙән йыуыусы булып эш башланым. Апайым диплом алып, район үҙәгенә эшкә урынлашты, ә мин иһә һаман ауылда ҡала бирҙем. Бер ҡайтҡанында әсәйем менән икебеҙҙе ҡуша деү килтереп әрләп ташланы ул:
- Тиле лә инде һин, әсәй, үҙең ғүмерең буйы юҡ аҡсаға китап саңын еҫкәнең, хәҙер килеп еткән Рәзиләне лә шунда тыҡҡанһың. Ул бит X класты “4”-кә, “5”-кә генә тамамланы!
- Эшләмәйенсә булмай шул, ҡыҙым, мин үҙем дә ситтән тороп китапхана техникумын тамамланым, - тине әсәй тыныс ҡына.
Нисек кенә туҙынһа ла, апайым, “Уҡы, ярҙам итермен”, тип өндәшмәне. Уның ҡарауы, ҡайтҡан һайын әсәйебеҙҙән, “тегеһе кәрәк, быныһы кәрәк” тип, аҡса таптырыр ине. Аҙаҡ белеүебеҙсә, сауҙа өлкәһендә эшләгән бер әҙәмгә кейәүгә йыйынып йөрөгән мәле булған икән уның. Бер ай үттеме, юҡмы, Нәғимәбеҙ тормошҡа сығып та ҡуйҙы...
Беҙҙең күршелә генә Назар исемле етем егет йәшәне.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-07-31/tilek-y-lyutsi-nurm-h-m-tova-3366125
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев