Был тема нишләптер минең бар уйымды солғаны ла алды. Ҡыҙыҡлы, арбағыс сюжет кеүек. Үлем алдындағы үкенестәр тураһында яҙылған уйланыуҙар ине был. Америка хосписында оҙаҡ йылдар эшләгән Бронни Веэның күҙәтеүҙәре, ауырыуҙар менән аралашыуҙары бәйән ителгән был яҙмаларҙа. Шуныһы ҡыҙыҡлы (йәки ҡыҙғаныс), үлем алдындағы кешеләрҙең барыһында ла үкенес була һәм, иң хайран иткәне, уларҙың барыһы ла тигәндәй бер төрлө. Бер нисә тема уларҙың барыһында ла әсендергес үкенеү хисе тыуҙырған. Йәғни, ваҡыты еткәс, беҙ ҙә шул уҡ нәмәләр, төшөнсәләр өсөн үкенәсәкбеҙ булып сыға бит инде. Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙ ул буласаҡ үкенеүҙәр теҙмәһен кәметә лә алабыҙ кеүек. Ғүмеребеҙҙең аҙаҡҡы көндәрендә нимәләргә үкенергә мөмкинбеҙ? Шулар хаҡында һөйләшәйекме?
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/psihologiya/2023-07-27/u-y-k-n-kenest-re-lili-ism-ileva-3359999
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев