Был арала Милли архивҡа йөрөүҙе яңырттым. Рәфисә бер тапҡыр 1917 йылғы ауыл хужалығы йәниҫәбе һөҙөмтәләрен ҡуйғанда олатайҙарыбыҙҙың фамилияларын һәм исемдәрен теҙеп яҙғайным. Иҫегеҙҙәлер?
Бөгөн, 2 август көнө, инәйемдең ата-бабалары йәшәгән Иҫке Мөхәммәт буйынса 1834, 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтен яҙып алдым.
Әлеге 1917 йылғы исемлек яҙылған дәфтәр ҙә эргәмдә ине. "Яҙа башлайым әле кемдең күпме малы, ере булған?" тигән уй килде башҡа. Алла бирһә, бөтә мәғлүмәтте лә яйла яҙырмын. Бөгөн күпме яҙылған, шунса мәғлүмәтте һеҙгә лә еткерәйем тимен.
Һөрөнтө ерҙәрҙе ҡарауы ауыр булды. Таблица химик ҡәләм менән тултырылған һәм, уны яҡшылап өйрәнер өсөн, әйләндереп-әйләндереп ҡарар кәрәк. Башта аңламайыраҡ ултырғам, унда ғаилә ағзалары һәм өй хужаһы (хозяин) үҙе, уларҙың йәше бирелгән икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был мәғлүмәтте һуңыраҡ яҙҙым.
1-се: Исламғолов Фәхретдин, Һарун быуайҙың олатаһы, тора. Малы - 58 баш, шул иҫәптән 15 аты, 21 эре мөгөҙлө малы, 20 һарығы, 2 кәзәһе теркәлгән.
Исламғолов Фәхретдиндең һөрөнтө ере 351 дисәтинә тип яҙылған шикелле.
* Иҫкәрмә: Первоначально десятина измерялась двумя четвертями и представляла собой квадрат со сторонами в 1/10 версты (2500 квадратных саженей).
Фәхретдин Исламғоловҡа 65 йәш, ҡатынына 58 йәш. Улына - 28, 4 ҡыҙы бар: 17, 14, 9 йәштә һәм йәше лә тулмағаны бар. 1 хеҙмәтсе - 30 йәштә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1
Һөрөнтө ере - 34 дисәтинә.