согласитесь очень достойно... ВЫ ПЕРВЫЕ КТО НАЧАЛ РАБОТУ ПО УСТАНОВЛЕНИЮ СВЯЗИ НАШЕЙ ИСТОРИИ ВО ВРЕМЕНИ.... ВЫ НАША ГОРДОСТЬ.... Киләсәк быуын өсөн башҡарған эштәребеҙ һауаплы булыр Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы районыбыҙҙа халыҡ ҡомартҡыларын йыйыу һәм уны пропагандалау буйынса, ауыл тарихтарын өйрәнеү һәм уларҙы китап итеп баҫтырып сығарыу буйынса әүҙем эш итә. Мәҫәлән, август айында Үрге Бикбирҙе ауылы аҡһаҡалы Ҡасим ағай Янбаев район музейын тулыландырып тағы ла үҙенең шәхси ҡарамағында булған үгеҙ егеп ер һөрөү һабанын, ағастан эшләнгән ашаяғын, боронғо башҡорттарҙың һунар иткәндә ҡулланған һөңгө, суҡмар (ағас һәм тимер йәҙрәле), Элмәле ауылынан Нәфис Дәүләтшин атаһы Аҡмулланың ҡулланыуында булған ХХ быуаттың 50-се йылдарында сығарылған стена сәғәтен, катушкалы магнитофонын, будильник, Сәғит ауылынан Ришат Ҡыуатов районда иң беренселәрҙән Ленин ордены менән бүләкләнгән Байыш ауылынан Хисмәтулла Сафиулла улы Мөхәмәтйәновтың (1893 йылғы) фото рәсемен бүләк иттеләр. 2025 йылда районда ике оло байрамды тантана итеү көтөлә. Береһе 1941 – 1945 йылдарҙағы барған Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды Еңеүҙең 80 йыллығы булһа, икенсеһе – Ейәнсура районыны төҙөлөүенең 95 йыллығы. Ошо йүнәлештәрҙә район музейы эшмәкәрлеген дауам итеп 20 августа Кинйәбулат ауылы халҡы менән осрашыу ойошторҙо. Унда Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин, ауыл старостаһы Иҙелбай Әминев, ауылдың аҡһаҡалдары, ауылы тарихына битараф булмаған кешеләре йыйылды. Ауыл муллаһы Фуат ағай Байсурин, Марат ағай Маликов һәм Фәтих Кинйәбулатовтар, биләмә башлығы Азамат Фәйзулла улы Батыршин ауыл тарихын тергеҙеү буйынса мотлаҡ эште алып барырға кәрәк, тигән фекерҙәрен белдерҙеләр. Район музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев сарала ҡатнашыусыларҙы музей экспонаттары, ауылдар тарихын өйрәнеү буйынса башҡарған эштәре менән таныштырҙы. Кинйәбулаттар менән осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Әйткәндәй, Кинйәбулат ауылынан Әхәт Кинйәбулатов (умартасылыҡ инвентарҙары), Марат Маликов (тимер үтек), Фәтих Кинйәбулатов (еҙ батмус), Күгәрсен ауылын төйәк иткән Фәрзәнә апай Кинйәбулатованың ҡыҙы Фирузу Мөксинова ауыл муллаһы Ғайса Кинйәбулатовтан ҡалған ҡомартҡы – 1923 йылғы Май тәпәнен бүләк иттеләр. Экспонаттар менән район музейын тулыландырыуҙа теләктәшлек белдергән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!!!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2