Предыдущая публикация
Ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. Ҡартлыҡтан уның күҙҙәре һуҡырая, ҡолағы һаңраулана, ә тубыҡтары ҡалтырай башлаған. Ҡайһы ваҡыт өҫтәл артында ашағанда хатта ҡулындағы ҡалаҡты ла тота алмаған. Шул арҡала ашы йәки башҡа аҙыҡ-түлек өҫтәлгә түгелгән, ә ҡайһы саҡта ниндәйҙер өлөшө уның ауыҙынан ҡойолған. Улы менән килененең быға шул тиклем асыуы ҡабарған, ҡарттың был ҡылыҡтарынан ерәнеп, аҙаҡ уны үҙҙәре менән өҫтәл артына бөтөнләй ултыртмай башлағандар. Аҙыҡты уға мейес артындағы бер мөйөшкә, бик иҫке, насар һауытҡа һалып биргәндәр. Ҡарттың мөйөштән өҫтәл яғына ҡарап, күҙҙәре йәшләнгән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев