Ағиҙел ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты составына ингән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Беренсе төҙөүселәр урамы буйынса ҡала майҙанындағы паркты төҙөкләндереү башланды. Был биләмәне былтыр халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлаған.
Апрель аҙағында подрядсылар “Ағиҙел” арт-объектын ҡуйҙы, ә уҡыусылар биләмәне таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо. Тиҙҙән бында йәйәүлеләр юлы, яҡтыртыу системаһы яңыртыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, биләмә йәшелләндереләсәк. Яҡтыртҡыслы эскәмйәләр, ял итеү өсөн урындар барлыҡҡа киләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/625949/ #ФКГС_Башкортостан #ФКГС2024 #ФКГС2023 #ФКГС02 #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан #ГородаМеняютсяДляНас
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев