Предыдущая публикация
🌷🌷 Ҡыҙҙарымды, ҡыҙҙарҙы, ҡыҙлыларҙы, ҡасандыр ҡыҙ булғандарҙы бөгөнгө ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!🌷🌷
Ҡасан ғына аҡ бантиклы
Елбәҙәк ҡыҙҙар инек.
Күңелдә ҡояш йөрөткән
Көләкәс яҙҙар инек.
"Еләктәй ҡыҙҙар килә"- тип
Күҙҙәре ҡыҙыр ине.
Ә беҙгә, һелкенеп торған
Бармаҡ та ҡыҙыҡ ине.
Үткән дә киткән ғүмерҙәр!
Аҡҡан һыуҙай алҡынып,
Йөрәк кенә йәш саҡтарға
Ҡайтып урай ашҡынып.
Шау-гөр килеп, ауыл өҫтөн
Яңғыратып көлөргә,
Ҡарттар йөрәген елкетеп
Төнөн йырлап йөрөргә,
Дәртле, вайымһыҙ саҡтарға
Эх, бер ҡайтып булһасы!
Гармунын ҡыҫтырып йәшлек
Тәҙрә шаҡып уҙһасы!
Сеү! Күңел тәҙрәмде сиртеп
Бер таныш моң сыңланы...
Үрелеп баҡтым.
Ә унда...Сырҡылдаша ҡыҙҙарым.
🌷🌷 💐💐🌺🌺🌺🌹🌹🌹💕💕💕
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4