ӘЛИМ ЗАРИФ БӘЙЕТЕ
Тарих ике мең дә һигеҙ...
Ун йыл да үткән икән.
Баҡыйлыҡҡа ауылдашым,
Ҙур шәхес күскән икән.
Мең туғыҙ йөҙ илле дүрттең
Йәмле июль айында
Тыуған ул Яйыҡ буйының
Матур бер ауылында.
Учалы районының
Рысай ауылы булыр.
Яйыҡ ярынан Ирәмәл
Тауы күренеп торор.
Биш балалы ғаиләлә
Йор һүҙле, тырыш булып
Үҫте китап уҡып Әлим –
Барый,Фәһимә улы.
Ауылында – һигеҙ йыллыҡ,
Ун йыллыҡты Илселә
Тамамланы ла Әлим,
Юҫыҡ тотто Өфөгә.
Тарих еле ҡағылғайны
Әлим Зариф затына.
Университеткә инде
Тарих факултетенә.
Ҡыҙыҡһыныуҙары көслө,
Ынтылышы белемгә.
Ойоштороу һәләте лә
Бар икән дә Әлимдә!
Әүҙемлеге ташып тора,
Зиһене бар,теле бар.
Студенттар араһында ла
Ихтирамлы һүҙе бар.
Ике мәртәбә Мәскәүгә
Делегат булып бара
Студенттарҙың йыйынына,
Унда ул маҡтау ала.
Тарихсы дипломын тотоп,
Ҡайта тыуған яғына.
Хәҙер Әлимдең белеме,
Тәжрибәһе бай ғына.
Атлап китә йәш тарихсы
Дәртле аҙымдар менән.
Балаларға белем бирә
Яңы алымдар менән.
Тәүҙә – уҡытыусы, аҙаҡ
Булып китә директор.
Егерме дүрт кенә йәштә –
Ундайҙар бик һирәктер!
Милли сәйәсәтте аңлай,
Көрәшә ил-тел өсөн.
Башҡорт халыҡ үҙәгендә
Сарыф итә ул көсөн.
Тыуған яғының тарихын
Өйрәнеп китап яҙа.
“Эй Яйыҡ йорт,Яйыҡ йорт” –
Хеҙмәт шулай атала.
Утыҙ бер генә йәшендә –
“Мәғариф алдынғыһы”!
Был да маҡтаулы исемдең
Булмай әле һуңғыһы.
Ҡырҡ йәшендә Әлим Зариф –
“Атҡаҙанған мөғәллим”!
Ватансы ул, шәп педагог
Һәм дә тарихсы- ғалим!
Гел көрәштә, һәр ваҡытта
Ул майҙан уртаһында.
"Алдынғы ҡарашлы" тиҙәр
Ундайҙар тураһында.
Ең һыҙғанып эш башҡара,
Алғы сафта мәктәбе.
Шундай етәксе булыуы –
Район өсөн мәртәбә.
Күрмәй булалармы инде
Шундайын да шәхесте?!
Саҡырыу ала Сибайҙан:
“Беҙгә килегеҙ эшкә!”
БДУ-ның Сибайҙағы
Институтына бара.
Алда – тарихи асыштар! –
Килешмәйсә юҡ сара.
Яңы тормошо башлана
Әлим Барый улының.
Раҫлай ул шунда үҙенең
Ысын ғалим булыуын.
Егерме бер хеҙмәт яҙа –
Барҙыр тарихсы аты!
Хәҙер бит Зарипов – тарих
Фәндәре кандидаты!
Ун йыл буйы институтта
Белем бирә йәштәргә.
Рәхәтләнеп донъя көтөп
Йәшәргә лә йәшәргә!
Юҡ бит, ҡапыл яуыз бер сир
Йыға уны аяҡтан.
Йүнәлеп китһәсе икән,
Һыуын эсеп Яйыҡтың...
Эх...
Алда күпме эше тора,
Күпме яулар үре бар.
Тарих биттәренең күпме
Ул аңлаған сере бар...
Ялбарҙы һауыҡһын тиеп
Ҡатыны Розалиә.
Өмөтләнде балалары
Илдус һәм дә Әлиә...
...Илле дүрт йәше тулмаҫтан
Юғалттыҡ беҙ Әлимде.
Башҡортостан тарих фәне
Юғалтты ҙур ғалимде.
Етемһерәп ҡалды инде
Эй Яйыҡһыу , ярҙарың.
Ниңә иртә китә икән
Данлы ғына улдарың?
Эй Яйыҡ йорт,Яйыҡ йортом
Шәхесеңде онотма.
Әлим Зарифты хөрмәтләп,
Иҫеңә ал ололап!
...Яйыҡ ҡына буйҙарынан
Күтәрелә күк томан.
Әлим Зарифтың рухына
Доға ҡылсы, эй туған.
(Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев