Ауыл халҡы был байрамға етди әҙерләнде: шәжәрәләрҙән, ҡул эштәренән, «Яҡташ яҙыусылар ижады» исемле китап йыйынтығынан торған күргәҙмәләр ойошторҙолар.
Бай йөкмәткеле, экспонаттар менән тулыландырылған тирмәләр тураһында айырым билдәләп үтке килә. Йәмил Булатов һәм Розалия Әсәҙуллина ярҙамында был тирмәләр сараның иғтибар үҙәге булып торҙо.
Осрашыуҙы йомлаҡлағанда ҡунаҡтар сығыш яһаны, ауылдың активистларын, өлгөлө ғаиләләрен тәбрикләнеләр. Ауыл әртистәләре концерт күрһәтте.
Форум бик фәһемле булды, ул йыйында ҡатнашыусыларға дәрт, рух өҫтәне!
«Ватансылыҡ, туған телгә һәм тарихҡа ихтирам тәрбиәләү, ата-бабаларҙың традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм дауам итеү — бына сараның төп маҡсаты. Бындай ваҡиғалар күберәк булырға тейеш — шул рәүешле беҙ быуындарҙың тере ептәрен тергеҙәбеҙ, рухи байлыҡты баштан киләсәккә тапшырабыҙ», тип йомғаҡланы райондың хаҡимиәт башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдинов.
Байрам фестивале 8 июндә Талбазыла уҙғарыласаҡ. Спорт һәм халыҡ ярыштары, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, концерт буласаҡ, «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары планлаштырыла.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1