Районда балаларҙың йәйге ялын сифатлы ойоштороу маҡсатында район хакимиәте, ойошма-учреждениелар тарафынан төрлө йүнәлештәрҙә эштәр башҡарылып килә. Бөгөн район хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә район мәғариф бүлегенең йәйге лагерҙар буйынса координаторы, “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагеры етәксеһе Розалия Зәйнәғәле ҡыҙы Ишдәүләтова әҙерлек эштәре барышы буйынса сығыш яһаны. Йәйге каникулдар мәлендә райондың 9 мәктәбендә балалар өсөн көндөҙгө лагерҙар, 9 ял һәм хеҙмәт лагеры эшләйәсәк. Улар барыһы ла санитар-эпидемик тикшереүен үткән. Лагерҙар үтәсәк барлыҡ мәктәптәрҙә, мәктәп территорияларында Бөрйән район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинсекция һәм дератизация саралары үткәрелгән.
Бөгөнгө көндә “Ағиҙел” лагерында балаларҙы ҡабул итеү өсөн һуңғы әҙерлек эштәре бара. Балалар йәшәйәсәк өйҙәрҙе уларға беркетелгән ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре тәртипкә килтерә. Барыһына ла ошо матур эштә – балаларыбыҙҙың йәйге ялдарын ойоштороуҙа ихлас ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев