Фестивалде асыу сараһында Бөрйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы, Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте башлығы Раян Рамаҙан улы, район Ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы, Инсаф Таһир улының ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары, Яңы Собханғол мәктәбе коллективы, уҡыусылар, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ярыш барышында ир-егеттәр төрлө йәш төркөмдәренә бүленеп, 100 метрға, 1000 метрға йүгереү, турникта күтәрелеү буйынса көс һынаштылар. Сәмле һәм көсөргәнешле барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнеп, кубоктар, миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайым!
Бына улар:
Күлбаев Ишморат (Ғәлиәкбәр ауылы);
Ишбулдин Данил (Иҫке Собханғол ауылы);
Насыров Маргиз (Мәһәҙи);
Науразбаев Фәиз (Байназар ауылы);
Ҡасҡынбаев Байрас (Яңы Мөсәт ауылы).
Ошо матур сараны ойошторған өсөн Инсафтың ата-әсәһенә, туғандарына, үткәреүҙә ярҙам иткән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Ғәлим улы Шәмиғоловҡа, Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбенә, мәктәп директоры Кинйәбаев Факил Фәрзәт улына, Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһына, китапханасы Көҫәпова Филиә Йософ ҡыҙына, батыр иҫтәлеген хөрмәт итеп килгән барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Ватаныбыҙҙың ысын патриоты булған, үҙенең хәрби бурысын аҙағынаса намыҫлы һәм лайыҡлы үтәгән яҡташыбыҙҙы онотмайбыҙ, уның тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев