Ултырышта Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы, Башҡортостан яҙыусылары Союзының рәйесе, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Урал-арьяғы райондары кураторы Хәлил Юлай улы, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айгиз Юлай улы, һәр ауылдан делегаттар һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары, район Советы депутаттары, район ойошмаларының етәкселәре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының 2023 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, 2024 йылға бурыстар билдәләнде. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар булды. Ноябрь айында Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашыу өсөн делегаттар һайланды.
Сараның һуңында бүләкләүҙәр булды.
Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы бик әүҙем эш алып барған йәмәғәт ойошмаһы булараҡ билдәле. Саф башҡорттар йәшәгән, бай тарихлы, мәҙәниәтле райондың ҡоролтайы башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп эшләргә тейеш, тип һанайым. Ҡоролтайға артабан да емешле хеҙмәт, һәр яңы башланғыстарында уңыштар теләйем!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев