Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡотлайым!
Һәр кем өсөн ғаилә тормошта төп таяныс, мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ярҙам сығанағы булып тора. Бында төп әхлаҡи төшөнсәләр һалына, кешенең донъяға артабанғы ҡарашы формалаша. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Ғаиләләребеҙ татыу һәм ныҡ булғанда дәүләтебеҙ ҙә ныҡ, йәшәү кимәле лә юғары буласаҡ.
Артабан да ныҡлы, ил терәге булырҙай ғаиләләр һаны артһын, балаларыбыҙ һау-сәләмәт, тәүфиҡле булып үҫһен, һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ һәм ишле булһын!
Байрам айҡанлы районыбыҙҙың барлыҡ ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, изгелек һәм татыулыҡ теләйем!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев