Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдинов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург, журналист Һәм «Ағиҙел» республика әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Бөтә Донья башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Ниязбай Сәлимов ҡатнашты.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителде, уның төп йүнәлештәре башҡорт телен һәм башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телдәренә, мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе илһөйәрлек, үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү булды.
Шулай уҡ ноябрҙә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.
#Гафурийскийрайон #Ғафурирайоны
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1