Предыдущая публикация
уҫал булырға кәрәк;
Хатта бик-бик уҫалға ла,
әҙерәк йомшаҡлыҡ кәрәк;
Юҡ-барына алданмаҫҡа
уяу булырға кәрәк;
Суҡынып китһен донъяһы
ғәмһеҙ булырға кәрәк;
Йөрәкте һыҙлатмаҫ өсөн
моңһоҙ булырға кәрәк;
Үтә етди булмаҫ өсөн
шаян булырға кәрәк;
Күргәнеңде күрмәҫ өсөн
һуҡыр булырға кәрәк;
Тетеп донъя көтәм тиһәң,
сәмсел булырға кәрәк;
Намыҫты таҙа тоторға
ғәрсел булырға кәрәк;
Белгәнеңде өндәшмәҫкә
белмәмеш булырға кәрәк;
Был донъяла йәшәр өсөн,
әҙерәк булһа ла
ДУРАК булырға кәрәк.
Роберт Миңнуллин
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1