🌙
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!
Әлхәмдулилләһи, Рамаҙан айы- ураҙа тоту, пакланыу, тәрбиә, изге ғәмәлдәр ҡылыу айы яҡынлаша. Кешеләр был айҙың бөйөклөгөн белгән булһалар, уға иң яҡшы рәүештә әҙерләнерҙәр ине. Ҡунаҡ көткәндә беҙ йәшәп ятҡан өйөбөҙҙө йыйыштырабыҙ, матурлайбыҙ, яҡшы һәм матур кейемдәр кейәбеҙ, төрлө ризыҡ-һый әҙерләйбеҙ. Рамаҙан айы ла шулай- ул беҙҙең иң яҡшы ҡунағыбыҙ, ул беҙгә йылына бер тапҡыр ғына килеп китә!
Ибне Фәдел тигән ғалим сәхәбәләр тураһында шулай яҙа ине:
"Сәхәбәләр Аллаһ Тәғәлә уларға Рамаҙан айына барып етергә насип итһен тип алты ай буйы һорағандар, һәм унан һуң ошо айҙа ҡылған ғибәҙәттәрен ҡабул итһә ине тип тағын алты ай һораған булған".
Рамаҙан башланғансы беҙ йөрәктәребеҙҙе төҙәтергә һәм гонаһтарыбыҙға тәүбә итергә тырышырға тейешбеҙ. Йышыраҡ доға ҡылып һорарға:
"Аллаһуммә сәллимни илә Рамадан, үә сәллим ли Рамадан"- Эй, Аллаһым, мине Рамаҙан айы еткәнгә тиклем һаҡла, һәм Рамаҙан айын минең өсөн һаҡла!"🤲
Күпме мосолмандар изге Рамаҙан айына тиклем барып етергә һәм ураҙа тоторға теләйҙәр ине, әммә Раббыбыҙ уларҙы Үҙенең хозурына алды, улар хәҙер был донъяла, беҙҙең янда юҡ. Ҡайһы берәүҙәргә Аллаһ Тәғәлә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бирҙе, әммә улар был ниғмәттең ҡәҙерен белмәй. Бик күп ҡәрҙәштәребеҙ иман байлығына, дөрөҫ инаныуға мохтаж. Күңелдәргә иман нуры кереп бөтмәгәнгә микән ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ үҙеббеҙең мосолман байрамдарына битараф. Беҙ бер кемде лә битәрләмәйбеҙ, киреһенсә, беҙ уларға хаҡ юлды табырға һәм шул хаҡ юлда булырға, унда нығынырға ярҙам итергә тейешбеҙ.
Рамаҙан еткәнсе ниәтегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ, ни өсөн тигәндә, һәр ғәмәл ниәттән башлана.
Рамаҙан айына тиклем ваҡыты-ваҡыты менән нәфел ураҙалар тотоп, үҙегеҙҙе ураҙа тотоуға әҙерләгеҙ.
Бер хәдистә әйтелә:
"...Кешеләр был ай, Рәжәп һәм Рамаҙан айҙары араһындағы ай (Шәғбән) тураһында оноталар. Был айҙа кешеләрҙең ғәмәлдәре Раббыбыҙ хозурына күтәрелә, мин дә ураҙа тотҡан сағымда ғәмлдәрем күтәрелеүен теләйем" (Ән-Нәсаи).
Ниәткә килгәндә иһә, уның мөһимлеге тураһында әйтке килә.
Үҙегеҙҙең алдығыҙға изге маҡсаттар ҡуйығыҙ. Ҡайһы бер кешеләр ураҙа ул ас тороу тип кенә уйлай. Ураҙа- ул Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан ғибәҙәт. Ул диета түгел, ул сәләмәтлек өсөн ас тороу түгел. Ул - ғибәҙәт.
Яҡшы, изге ниәтебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә беҙгә сауабын бирә.
Рамаҙан айына Ниәт итегеҙ:
1. Ҡөрьәнде тулыһынса уҡырға (Хәтем ҡылырға).
Рамаҙан айында Ҡөрьән иңдерелә башланыуға күрә был ай Ҡөрьән айы икәнлеген күптәр онота:
" Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде..." (2:185)
Әгәр ҙә Ҡөрьәнде уҡый белмәһәгеҙ, ул ваҡыт үҙегеҙгә уҡырға өйрәнергә тигән маҡсат ҡуйығыҙ. Бер ваҡытта ла "Минән булмай" тимәгеҙ. Иншәаллаһ, өйрәнерһегеҙ. Аллаһ Тәғәлә Рәхимле, Ул ғилем ишеген асып ебәрә. Ниәтегеҙ, тырышыуығыҙ булһын.
2. Булған гонаһ-хаталарығыҙға ихлас күңел менән үкенеп тәүбә итегеҙ.
Аллаһының рәхмәт һәм тәүбә ишектәре асыҡ. Раббыбыҙ әйтә: "Һәм Мин, ысынлап та, тәүбә иткән, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән, һәм унан һуң тура юлдан барған кешегә ҡарата ярлыҡаусымын." (20:82).
Яңылышыу, гонаһ ҡылыу һәр кемгә хас. Кемдер уны белеп, ә кемдер белмәй гонаһ эшләй. Бар шундай ғаиләләр оло йәшкә никахһыҙ еткәндәр, һәм улар быны гонаһҡа хисапламай. Ә инде еренә еткереп был гонаһлы эш бит тип аңлата башлаһаң, күптәр үкенә башлай.
3. Шайтанға һәм гонаһтарға ҡаршы көрәшегеҙ.
Шайтан- ул кешенең дуҫы түгел. Ғүмер баҡый ул кешене юлдан яҙҙырырға тырыша. Динен тотҡан кеше алдында шайтан көсһөҙ. Яҡшылыҡҡа өндәгеҙ, насарлыҡтан тыйығыҙ" Ҡөрьәндә: "
"Кешеләр алдына сығарылған өммәттәрҙең иң яҡшыһы булдығыҙ: һәм хупланған эшкә ҡуштығыҙ, яраҡһыҙ эштән тыйҙығыҙ, һәм Аллаға иман килтерҙегеҙ." (3:110)
Һәм ул көрәште үҙегеҙҙең насар ғәҙәттәрегеҙгә ҡаршы көрәшеүҙән башлағыҙ. Тәмәкене, хәмерҙе ташлағыҙ, күп йоҡлауҙан туҡтағыҙ, ғәйбәт һөйләүҙән йыраҡлашығыҙ, файҙаһыҙ һәм кәрәкмәгән эштәрҙе ҡалдырығыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәсәлләм: "Иң яҡшы йыһат- үҙеңдең нәфсең менән көрәшеү!"- тип аңлата ине.
4. Үҙеңде һәм үҙеңдең тәртибеңде яҡшы яҡҡа бороп ебәрегеҙ.
Рамаҙан айы сабырлыҡҡа өйрәтә. Тормошта ла сабырһыҙ уңышҡа ирешеп булмай. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә әйтә: "Икенде ваҡыты, дәүер менән ант итәм, кешеләр зыян күреү хәлендә. Иман килтергән, изге ғәмәл ҡылған, бер-берҙәрен хәҡиҡәтҡә өндәгән һәм бер-береһен сабыр, түҙем булыуға өндәгәндәрҙән башҡа" (103: 1-3)
Ураҙа ас кешеләрҙең, мохтаждарҙың хәлдәрен аңларға һәм уларға мәрхәмәтле булырға өйрәтә. Беҙ үҙебеҙҙең тәртиптәребеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртмәһәк, һаман шулай уҡ ҡыҙып китеүсән, һаран, ҡаты бәғерле..булһаҡ, тотҡан ураҙабыҙҙың мәғәнәһе булырмы?
5. Рамаҙан айынан яңы тормошоғоҙ башланып китһен..
Кешеләр йыш ҡына буталып китә, томан эсендә кеүек көн күрә. Йәшәү мәғәнәһе юҡ. Ҡарағыҙ, ата-әсә елкәһендә ултырған күпме олоғайған йәштәр бар. Иртәнге биштә яталар, көндөҙгө өскә тиклем йоҡлайҙар. Күҙегеҙҙе асығыҙ, яңы, файҙалы тормош башлап ебәрегеҙ. Рамаҙан айында мәсеттәргә барығыҙ, шунда иманлы, аҡыллы, тәртипле, тырыш иптәштәр табығыҙ. Мохтаждарҙы эҙләп табығыҙ, Рамаҙан айында уларға ярҙам итеп тороғоҙ...Изгелеккә ынтылғандарға Аллаһ ишеген асыр, иншеаллаһ!
Рамаҙан айында мәсеттәр терелеп китә. Унда кешеләр күберәк килә башлай. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм дә мәсеттә булырға ярата ине. Уның ваҡытында мәсет бәләкәй, унда кондиционер, хәҙерге уңайлыҡтар юҡ ине. Уға ҡарамаҫтан, сәхәбәлр мәсеткә ашҡынып торалар ине. Ҡайһыларына мәсеткә барып етер өсөн ике, өс сәғәт кәрәк ине. Әгәр берәйһе мәсеткә намаҙға килмәй ҡалһа, тимәк ул ауырып киткәнен аңлағандар, барып уның хәлен белгәндәр. Ә беҙҙең ваҡытта, ниндәй генә траспорт булыуға ҡарамаҫтан, күптәребеҙ йылына ике тапҡыр ғына: Ураҙа һәм Ҡорбан Ғәйетене байрамдарында ғына мәсеткә бара. Бындай хәлдә булғаныбыҙ өсөн беҙгә оят булырға тейеш. Көнө килеп етер, Аллаһ Тәғәлә мәсеткә йөрөүең, йөрөмәүең тураһында һорар.
Эй, Аллаһым, барыбыҙға ла изге Рамаҙан айын яҡшы әҙерлек һәм изге ниәттәр менән ҡаршы алырға, ураҙаларыбыҙы тоторға, гонаһтарыбыҙҙан арынырға, сауаптарға ирешергә, рәхмәтеңә лайыҡ булырға насип ит! Амин!🤲
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев