Предыдущая публикация
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Юристар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Был байрам хоҡуҡи дәүләтте һәм граждандар йәмғиәте институттарын нығытыуҙа юристарҙың айырым ролен таныу билдәһе. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ, намыҫ менән эшләүҙе, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә.
Ғүмерен ошо мөһим һәм яуаплы һөнәргә бағышлаған һәр кемде байрам менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев