Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Уҡытыусы бөтә кешеләрҙең дә ғүмер буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән иҫкә ала. Бөгөнгө көндә мәғариф өлкәһендә барған етди үҙгәрештәр уҡытыусынан яңы заман йәш быуынын тәрбиәләүҙе талап итә. Ул яңы технологияларға һәм уҡытыу сараларына эйә булырға һәм, тәү сиратта, үҙ аллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм үҙе һайлаған юл өсөн яуаплылыҡҡа эйә булып өйрәнергә тейеш. Мәктәп йылдарында бала шәхес булараҡ үҫешә, ғүмерлек һөнәрен һайлай, әхлаҡи сифаттарын туплай.
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйем!
А.М. Ҡотошов, ваҡытлыса район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев