Сарала Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлеева, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғолов ҡатнашты.
Район мәҙәниәт йорттарының ағымдағы йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә һәм пландарына байҡау яһалды. Әүҙем хеҙмәткәрҙәргә муниципаль район Хакимиәтенең һәм район мәҙәниәт бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Уңышлы эшләп килгән мәҙәниәт йорттары бүләкләнде.
Артабан балаҫ һуғыу, ыҫмаланан биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Семинар сиктәрендә Мәһәҙей мәҙәниәт йорто етәксеһе Баязит Сәйәхов инициативаһы менән булдырылған "Тыуған яҡты өйрәнеү" музейы асылды. Сарала махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашты.
Фото «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев